Хәүефһеҙлек
10 Января 2022, 16:30

Яуапһыҙлыҡ ғәфү ителмәй...

14 кешенең ғүмере өҙөлгән...

Яуапһыҙлыҡ ғәфү ителмәй...Яуапһыҙлыҡ ғәфү ителмәй...
Яуапһыҙлыҡ ғәфү ителмәй...

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 – 9 ғинуарҙа республика юлдарында хәл тыныс булмаған. Был көндәрҙә 70 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 14 кешенең ғүмере өҙөлгән, 115-е тән йәрәхәттәре алған.

Аварияларҙың 43 осрағында автомобилдәр бәрелешкән, береһендә машина түңкәрелгән, 16-һында йәйәүлеләрҙе төкөткәндәр.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ял һәм байрам көндәрендә республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләне, рейдтар ойошторҙо. Иҫкәртеү саралары барышында ҡағиҙә боҙоуҙың 14729 осрағы асыҡланған, 343 иҫерек водитель тотолған. Шулай уҡ тыйылған урында ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан 203, балаларҙы ташыу ҡағиҙәһен боҙған 541, водителдәрҙең йәйәүлеләрҙе үткәрмәүенә бәйле 234, йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәһен үтәмәүе буйынса 278 осраҡ билдәле булған.     

Үрҙә килтерелгән һандар водителдәрҙең дә, йәйәүлеләрҙең дә юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үтә яуапһыҙ ҡарауы тураһында һөйләй. Талаптар үтәү өсөн булдырыла, кире осраҡта, бының күңелһеҙ хәлгә килтереүе ихтимал. Юл тәртипһеҙлекте ғәфү итмәй: рулгә ултырған һәр кем башҡалар ғүмере өсөн яуаплы булыуы хаҡында онотмаһын ине.

Һәр машина эргәһенә юл патруле хеҙмәткәрен ҡуйып булмай, ҡағиҙәне үтәү үҙебеҙ өсөн кәрәк.

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Яуапһыҙлыҡ ғәфү ителмәй...
Яуапһыҙлыҡ ғәфү ителмәй...
Яуапһыҙлыҡ ғәфү ителмәй...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас