Хәүефһеҙлек
12 Ғинуар 2022, 09:00

Бур ҡатындарҙы эҙләйҙәр!

Енәйәт ҡылыусы булараҡ шик аҫтына алынған ҡатындарҙы йөҙ-ҡиәфәте буйынса табыр өсөн әле полиция йорт домофонындағы видеояҙманы өйрәнә.

Бур ҡатындарҙы эҙләйҙәр!Бур ҡатындарҙы эҙләйҙәр!
Бур ҡатындарҙы эҙләйҙәр!

Полицияның дежур бүлегенә 85 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уның хәбәр итеүенсә, 10 ғинуарҙа үҙҙәрен социаль хеҙмәткәрҙәр тип таныштырған ике ҡатын урамдан уҡ уға эйәреп фатирына инә. Аҡса реформаһы буласағы, ҡулдағы аҡсаның иҫәбен аласаҡтары тураһындағы хәбәрҙәре менән пенсионерҙы албырғаталар. "Хеҙмәткәрҙәр" сығып киткәс, хужабикә йылдар буйы йыйған аҡсаһының - ул миллион һумдан ашыу була - юҡҡа сығыуын күрә.

Енәйәт ҡылыусы булараҡ шик аҫтына алынған ҡатындарҙы йөҙ-ҡиәфәте буйынса табыу маҡсатында әлеге ваҡытта полиция йорт домофонындағы видеояҙманы өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта халыҡҡа ла үтенес менән мөрәжәғәт итә: уларҙы таныусы булһа, зинһар, 102 телефонына шылтыратығыҙ.

Яңғыҙ йәшәгән ололарҙы билдәһеҙ кешеләрҙе йортҡа үткәрмәҫкә, шулай ҙа шикле әҙәм фатирға ингән икән, ул ваҡытта күршеләрҙең иғтибарын йәлеп итергә, туғандарына йә полицияға шылтыратырға кәрәклеге хаҡында һәр ваҡыт иҫкәртеп тороғоҙ.

Фото: Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас