Хәүефһеҙлек
12 Ғинуар 2022, 15:00

Малайҙың йөрәге түҙмәне

Янғында бешкән Ярослав ике аҙна буйы ғүмере өсөн көрәште лә бит...

Малайҙың йөрәге түҙмәнеМалайҙың йөрәге түҙмәне
Малайҙың йөрәге түҙмәне

Быйыл йыл башында, 3 ғинуарҙа, Иглин ауылында янғын сыға. Йүнләп эшләмәгән электр үткәргесе арҡаһында ике ҡатлы бүрәнә йорт янып китә. Был ваҡытта өйҙә 11 йәшлек Ярослав Арыҫланов бер үҙе була. Әсәһе менән ҡустыһы эштәре буйынса киткән булған.

Йортҡа ут ҡапҡанын беренсе булып күршеләре күреп ҡала һәм бешкән баланы һөйрәп сығаралар. Уны шунда уҡ дауаханаға алып китәләр һәм реанимация бүлексәһенә урынлаштырылар. Яҡындары уның ғүмерен ҡотҡарыр өсөн Мәскәүгә Склифосовский институтына күсерергә теләй, әммә уның хәле ауыр булғас, күсереү мөмкинлеге булмай.

Ярослав баш ҡаланың 18-се дауаханаһында ятты. Уның тәне 85 һәм үпкәләре 50 процентҡа бешкән булып сыға. Йәрәхәттәрҙең ныҡ көслө булыуын барыһы ла аңлай, тик уның яҡындары барыбер ошо көнгә тиклем мөғжизәгә ышанып йәшәй. Табиптар ҙа уны ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн малайҙың вафат булғаны тураһында билдәле булды. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә.

Әлеге ваҡытта был янғын һәм унда баланың һәләк булыуы буйынса тикшереү бара. Тәфтишселәр һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре малайҙың ниндәй шарттарҙа тәрбиәләнгәнен тикшерәсәк һәм ни өсөн ул кисте уның яңғыҙы өйҙә ҡалғанын асыҡлаясаҡ.

Малайҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас