Хәүефһеҙлек
13 Ғинуар 2022, 07:00

Бәпескә ун бер ай ғына булған...

Янғын ваҡытында әсәһе өс һәм алты йәшлек башҡа балалары менән күрше йортҡа ингән. 

Бәпескә ун бер ай ғына булған...Бәпескә ун бер ай ғына булған...
Бәпескә ун бер ай ғына булған...

Кисә төндә Туймазы районының Булат ауылындағы йорттарҙың береһендә янғын сыға. Урынға шунда уҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы янғын һүндереүселәре, Бишҡурай ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы һәм Туймазы ҡалаһы менән Ҡандра ауылының ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ебәрелә (өс берәмек техника һәм 10 кеше).

Уларҙың килеп етеүенә 56 квадрат метр майҙанлы бүрәнә йорттоң яныуы асыҡлана. Күп тә үтмәй уны һүндереүгә өлгәшәләр.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был янғын ҡорбанһыҙ үтмәй. Емереклектәр араһында былтыр февралдә тыуған ун бер айлыҡ бәпестең кәүҙәһе табыла. Аҙағыраҡ асыҡланыуынса, янғын сыҡҡан ваҡытта баланың әсәһе өс һәм алты йәшлек балалары менән күрше йортта булған.

Уларҙың өйөндә “Күп балалы ғаилә” программаһы буйынса автономлы янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйылған булған. Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас