

11 ғинуарҙа киске сәғәт алтылар тирәһендә Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында янғын теркәлә. Янғын һүндереүселәр килгәндә, 7х8 метр ҙурлығындағы ағас йортто ут ялмап алған була. Утты һүндереүҙә Ишәй һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереүселәре, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
Асыҡланыуынса, янғын башланған саҡта йортта ике кеше булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе әйтеүенсә, утты беренсе булып күршеләре Ишбулат Абайҙуллин күргән. Ул шунда уҡ өйгә йүгереп килә һәм аш бүлмәһенә ингән ерҙә иҙәндә ятҡан ҡатынды күреп ҡала һәм уны тышға алып сыға. Ул саҡта ут залды ялмап алған, төтөн дә көсәйгән. Шулай итеп, 1958 йылғы ҡатынды ҡотҡаралар, ә бына 1956 йылғы ир һәләк булған – уны аҙаҡ емеректәр араһынан табалар. Төндә ҡотҡарылған ҡатындың да хәле насарая һәм уны Ишембай үҙәк район дауаханаһына һалалар.
12 ғинуарҙа Салауат районының Сулпан ауылында шулай уҡ киске сәғәт алтылар тирәһендә янғын була. Унда 9х10 метр ҙурлығында ағас йорт һәм 3х9 метр үлсәмле төкәтмә зыян күргән. 1961 йылғы ир утты үҙе һүндерергә маташып, ҡулдарын яндырған. Уға беренсе медицина ярҙамы күрһәтелгән, тик ул дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.
Ошо уҡ көндә Өфө ҡалаһының Летчиктар урамында ике бүлмәле фатирҙа ла янғын теркәлгән. 1971 йылғы ир утты үҙаллы һүндерәм тип ҡулын яндырған, әле дауаханала ята.
Ут уяулыҡты талап итә, һаҡ булығыҙ! Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, "112" телефонына шылтыратығыҙ.
Фото: @mchsrb