Хәүефһеҙлек
14 Ғинуар 2022, 13:50

Белореттар тағы ла йылыһыҙ ҡалды

Торбалар 40-50 йыл элек һалынған һәм уларҙың 90 проценты иҫкергән – көс һалмайынса ғына сөй менән төртһәң дә, тишелергә тора.

Белореттар тағы ла йылыһыҙ ҡалдыБелореттар тағы ла йылыһыҙ ҡалды
Белореттар тағы ла йылыһыҙ ҡалды

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет ҡалаһының бер өлөшөндә йорттарға йылылыҡ биреү тағы ла туҡтатылған.  Был ҡаланың Ф. Алексеев һәм К. Маркс урамдары киҫешкән урында йылылыҡ селтәрендәге аварияға бәйле. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу айҡанлы, күп фатирлы ун йортҡа (980 кеше) һәм бер социаль әһәмиәттәге ойошмаға – 29-сы балалар баҡсаһына (балаларҙы ата-әсәләре алған) йылылыҡ биреү туҡтатылған.  

Әлеге ваҡытта йылылыҡ селтәрен тергеҙеү эше бара, уға ун кеше һәм дүрт берәмек техника йәлеп ителгән. Авария урынында биш метр оҙонлоғондағы торбаны алмаштырыу бурысы тора. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идарылығының оператив төркөмө лә ваҡиға урынында. Хәл контролдә тотола.  Кискә тиклем ремонт эштәре тамамланырға тейеш.

Әйткәндәй, быйыл бындай авария Белоретта икенсе тапҡыр теркәлә. Район башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, торбалар 40-50 йыл элек һалынған һәм уларҙың 90 проценты иҫкергән – көс һалмайынса ғына сөй менән төртһәң дә, тишелергә тора. Быға тиклем ҡаланың йылылыҡ селтәрҙәренә оҙаҡ йылдар капиталь ремонт эшләнмәгән. Былтыр 138 саҡрым оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәренең 1 километр 200 метр арауығын ғына алмаштыра алғандар. Был ремонт 30 миллион һумға төшкән. Шул уҡ ваҡытта белореттарҙың йылылыҡ өсөн бурысы ла ҙур – 120 миллион һум тәшкил итә.

Андрей Иванюта белдереүенсә, быйыл 14 саҡрым оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәренә капиталь ремонт талап ителә, бының өсөн 330 миллион һум аҡса кәрәк. Әлбиттә, район бюджетында ла, “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дә ундай аҡсаһы юҡ. Район етәкселеге был мәсьәләне хәл итеү маҡсатында инвестиция программаһын раҫлауға республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, тариф комитетына тапшырған. Йылылыҡ селтәрен алмаштырыу өсөн миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә.

Фото сығанағы: @mchsrb

Белореттар тағы ла йылыһыҙ ҡалды
Белореттар тағы ла йылыһыҙ ҡалды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас