Хәүефһеҙлек
14 Ғинуар 2022, 16:40

Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән

Бөгөн һәм ял көндәрендә республика ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.

Бер юлы алты автомобиль бәрелешкәнБер юлы алты автомобиль бәрелешкән
Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән

Кисә кисен Учалы ҡалаһының Әхмәтғәлиев урамында Силәбе өлкәһе кешеһе “Chevrolet Tahoe” автомобилендә йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған 16 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән. Бәлиғ булмаған бала дауаханаға оҙатылған.    

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында бер түгел өс авария теркәлде. Беренсе осраҡта – Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 45-се километрында  “ГАЗель” рейс автобусы менән экскаватор ҡатнашлығында хәл теркәлде, икенсе осраҡта – 49-сы километрҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы яғынан хәрәкәт иткән “DMW X3” автомобиле “Рено Логан” юл патруле автомобиле менән бәрелешә, өсөнсө осраҡта иһә Өфө – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлында Илтирәк ауылы эргәһендәге участкала хатта алты машина бәрелде.

Илтирәк ауылы эргәһендәге участкалағы аварияла биш кеше зыян күргән, шул иҫәптән ун һәм ун биш йәшлек ике бала. Улар Өфө ҡалаһындағы 22-се һәм 21 дауаханаларға оҙатылған. Ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уның сәбәптәрен асыҡлай.

Күреүебеҙсә, иғтибарһыҙлыҡ, ҡабаланыу, тиҙлекте арттырыу, ҡаршы һыҙатҡа сығыу кеүек төрлө сәбәптәр арҡаһында әленән-әле авариялар булып тора. Мәҫәлән, 13 ғинуарҙа республика юлдарында һигеҙ авария булған һәм уларҙа һигеҙ кеше йәрәхәт алған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың ике меңдән ашыу осрағын асыҡланған, шул иҫәптән 21 водитель эскән килеш руль артында тотолған.

Пассажир транспортына бәйле авариялар ҙа йыш теркәлә. Мәҫәлән, 1 – 13 ғинуарҙа уларҙың ҡатнашлығында алты юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 12 кеше йәрәхәтләнгән.

Шулай уҡ ЮХХДИ инспекторҙары 841 автобусты тикшереп, 333 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡлаған. Автобустарға бәйле 35 осраҡта пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләре боҙолған, 12-еһе светофорҙың тыйыу сигналына үткән, өсәүһе йәйәүлене үткәрмәгән, 19 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмай хәрәкәт иткән, туғыҙ автобусты боҙоҡлоҡтары була тороп, юлға сығарғандар һәм башҡа бихисап юл хәрәкәте ҡағиҙәләре боҙоу осрағы асыҡланған.

Күреүебеҙсә, автомобиль юлдарында әле тәртип урынлаштырыу өсөн ЮХХДИ инспекторҙарына тәртипһеҙ водителдәр менән көрәшергә лә көрәшергә кәрәк. Әлбиттә, был эш бер минутҡа ла туҡталмай, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Бөгөн һәм ял көндәрендә республика ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләүе лә ошо турала һөйләй. 

Әммә был ғына әҙ, юлдарыбыҙ хәүефһеҙ булһын өсөн һәр кеше үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Ә бит бының өсөн күп тә талап ителмәй – бары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә генә кәрәк. Шулай уҡ руль артында үҙегеҙҙе ышанысһыҙ тотһағыҙ, автомобилгә идара итеүҙән тыйылырға кәрәк, бигерәк тә ҡышҡы миҙгелдә.

Ял көндәренә ҡарата һауа торошо боҙолдо – ҡар көслө яуа, буран, юлдарҙа һырынты һәм боҙлауыҡ. Әлбиттә, бындай осраҡта өйҙә ҡалыу хәйерле. Әгәр ҙә кисектергеһеҙ сәбәптәр менән юлға сығырға тура килһә, алда килгән автомобиль менән арауыҡты һаҡлағыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, ҡабаланмағыҙ, башҡаларға юл бирегеҙ, етеҙ хәрәкәттәр эшләмәгеҙ.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда, “112” телефонына шылтыратығыҙ.

Фото: @mchsrb.    

Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән
Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән
Бер юлы алты автомобиль бәрелешкән
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас