

Көндөҙ генә, буран сәбәпле Башҡортостанда юлдарҙа сикләү юҡ, тип хәбәр иткәйнек. Кискә тиклем хәлдәр үҙгәрҙе, буран көсәйеү сәбәпле, ҡайһы бер юлдар участкаһы ябылды. Был турала “Приуралье” юл идаралығы хәбәр итә.
2022 йылдың 15 ғинуарында 19:30 (урындағы ваҡыт буйынса) сәғәттән Башҡортостан Республикаһында М-5 “Урал” федераль автомобиль юлының 1194-се километрынан 1375-се километрына тиклемге участкала пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.
Сәбәбе: көслө ел, буран, көслө ҡар яуыуы, күренеү мөмкинлеге сикләнеүе. Бөгөнгә өйҙә ҡалып тороғоҙ!
Фото: 31tv.ru