

2022 йылдың 15 ғинуарында 21:40 сәғәттән (урындағы ваҡыт буйынса) Башҡортостан Республикаһында Р-240 Өфө-Ырымбур федераль автомобиль юлының 206-сы (Мәләүез ҡалаһы) - 281-се (Ырымбур өлкәһе менән сик) километр арауығында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.
Сәбәбе: көслө ел, түбәндән иҫкән буран, көслө ҡар яуыуы, күреү мөмкинлеге сикләнеүе.
“Приуралье” федераль автомобиль юлдары идаралығы водителдәрҙе алыҫ араға сәфәргә сыҡмаҫҡа, үтә иғтибарлы һәм һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, һауа шарттарына тап килгән тиҙлек режимын һайларға саҡыра.
Фото: eanews.ru