Хәүефһеҙлек
15 Ғинуар 2022, 18:20

Юлда йөрөгәндә ошо доғаны уҡығыҙ

Хәйерле төн, тыныс йоҡо! Ошо арала көслө ҡар яуып, буран сығып тора. Бөгөн дә ҡайһы бер урындарҙа хәрәкәт итеү сикләнде. Ә әҙәм балаһы йомошо менән юл йөрөп кенә тора. Ни эшләйһең, имен-аман барып етеүҙе Хоҙайға ғына тапшырырға ҡала. Транспортта юлға сыҡҡанда ошо доғаны уҡып йөрөгөҙ.

Юлда йөрөгәндә ошо доғаны уҡығыҙЮлда йөрөгәндә ошо доғаны уҡығыҙ
Юлда йөрөгәндә ошо доғаны уҡығыҙ

Тәүҙә «Аятүл-Көрси», һуңынан ошо доға уҡыла:
"Сүбханәлләҙи сәххара ләә һәҙә күннә ләһү муҡъириниә үә иннә раббинә ләмүнҡалибун. Бисмилләһи мәжраәһә үә мүрсаһа иннә рабби ләғафурур рахим".

Мәғәнәһе: "Аллаһ һинең исемеңде телгә алып юлға сығам. Миңә биргән сәләмәтлек һәм эш өсөн Һиңә шөкөр итәм. Сәфәрҙә мине, машинамды, юлсыларҙы бәлә-ҡазаларҙан һәм бөтөн ҡурҡыныстарҙан Һин һаҡла, ярҙамыңдан ташлама. Беҙ күпме генә гонаһлы булһаҡ та, Һин беҙҙе ғәфу ит. Барасаҡ еребеҙгә һау-сәләмәт етеүебеҙҙе насип ит. Балаларыбыҙҙы ата-әсәһеҙ ҡалдырма, ата-әсәләрҙе балаларhыҙ ҡалдырма. Әйләнеп ҡайтҡанда ғаиләләребеҙҙе ҡайғы-хәсрәтһеҙ күрергә насип ит. Һинең һәр нәмәгә көсөң етәлер, Аллаһым! Амин!"

Фото: aliexpress.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас