

10-нан 16 ғинуарға тиклем Башҡортостан юлдарында 49 авария булған. Уларҙа 56 кеше йәрәхәтләнгән һәм ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үтән оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итте.
Министр белдереүенсә, йыл башынан 128 авария теркәлгән, уларҙа 189 кеше йәрәхәтләнгән һәм 18 кеше һәләк булған. Былтыр ошо уҡ ваҡытта 134 аварияла 20 кешенең ғүмере өҙөлөп, 177-һе йәрәхәтләнгән булған.
– ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, үткән аҙнала 179 иҫерек водитель ҡулға алынған, уларҙың өсәүһе авария яһаған. Йыл башынан алып 522 эскән водитель тотолған, алтауһы юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, бөгөн кис “Транспорт сәғәте” форматында кәңәшмә үтәсәк, унда юл тармағының күп кенә көнүҙәк мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Фото: srgazeta.ru