

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етеп килгән Крещение байрамын үткәреү тураһында һөйләне. Был көндәрҙә православие христандары мәкелә һыу инә. Республика етәксеһе был байрамдарҙы хәүефһеҙ үткәреүҙе һәм был урындарҙы төҙөкләндереүҙе тәьмин итергә ҡушты.
Билдәле булыуынса был байрам 18 һәм 19 ғинуарҙа билдәләнә. Мәкегә сумыу йолаһын үткәреү өсөн республикала 98 урын әҙерләнгән.
– Һәр бер район һәм ҡала был йоланы башҡарыу өсөн сума торған урындарҙы төҙөкләндерергә тейеш. Кешеләргә уңайлыҡ булдырығыҙ: мәкегә төшөү урыны хәүефһеҙ булһын, палаткалар, йылы сәй ойоштороғоҙ. Былар бик мөһим. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына хәүефһеҙлекте тәьмин итергә кәрәк, бәхетһеҙ осраҡар булмаһын, – тине Радий Хәбиров.