Хәүефһеҙлек
18 Ғинуар 2022, 14:30

Андрей Назаров: “Граждандарҙың һаулығы хаҡында һүҙ бара..."

Бөтә донъяла яңы “омикрон” штамының таралыуына бәйле саң ҡағалар.

Андрей Назаров: “Граждандарҙың һаулығы хаҡында һүҙ бара..."Андрей Назаров: “Граждандарҙың һаулығы хаҡында һүҙ бара..."
Андрей Назаров: “Граждандарҙың һаулығы хаҡында һүҙ бара..."

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Премьер-министр Андрей Назаров республикалағы ҙур сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда эпидемиологик хәл киҫкенләшеүгә арҡаһында коронавирусҡа ҡаршы көрәш саралары буйынса фекер алыштылар.

– Бөтә донъяла яңы “омикрон” штамының таралыуына бәйле саң ҡағалар. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул ете тапҡырға тиҙерәк тарала икән. Эксперттар хәлдең үтә лә киҫкенләшеүен күҙаллай. Әлбиттә, яңы штамды әллә ни ауыр үткәрмәйҙәр, тигән фекерҙәр ҙә бар, ләкин әле, ғаилмдар билдәләүенсә, “омикрон”ға ҡағылған бөтә теориялар яңы ғына өйрәнелә башланы, уны һәр яҡлап тикшереүҙәр үткәрелә. Яңы шатмдың бик йоғошло булыуын иҫәпкә алғанда, беҙгә хәҙер ауырыуҙың таралыуына ҡаршы йүнәлтелгән сикләү сараларын көсәйтергә кәрәк, сөнки граждандарыбыҙҙың һаулығы тураһында һүҙ бара, – тине Андрей Назаров.

 Ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак та яңы штамдың тиҙ таралыуы, йоғошлораҡ булыуы тураһында һөйләне.

– Предприятиелар етәкселәренән өлкән йәштәгеләргә һәм хроник сирҙәр буйынса диспансерҙа күҙәтелгән кешеләргә иғтибарлы булыуҙарын үтенәм. Беҙ уларҙы мөмкин тиклем арауыҡта эшләүгә күсерергә тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ ауырыуҙы ситтән килтереү хәүефенә кәртә ҡуйыу өсөн хеҙмәткәрҙәрҙе сит илдәргә командировкаға ебәреүҙе сикләүҙе һорайбыҙ, – тине ул.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн республикала коронавирус менән сирләп киткәндәр һанының артыуы тураһында әйтте. Бер аҙна элек был күрһәткес 220-230 булһа, бөгөн 253. Шулай уҡ ковидтың таралыу коэффициенты ла, дауаханаға һалыу осраҡтары ла артҡан.

– Ҙур сәнәғәт предприятиелары төбәк иҡтисадының мөһим сегментын тәшкил итә. Коллективта сирҙең көсәйеүе арҡаһында уларҙың эше туҡтап ҡалһа, был республиканың, шулай уҡ предприиятиеларҙың да хәлендә кире сағылыш табасаҡ. Шуға күрә етәкселәрҙең был мәсьәләне махсус контролдә тотоуы бик мөһим, – тине Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас