Хәүефһеҙлек
18 Ғинуар 2022, 14:00

Бөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килде

Бөтәһенә лә водителдәр ғәйепле. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәйҙәр, үҙҙәренә бик ышаналар...

Бөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килдеБөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килде
Бөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килде

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Р-240 трассаһының 217-сы километрында, Мәләүез районындағы участкала, "Лада Приора" менән "Skoda Octavia" автомобилдәре бәрелешкән. Унда ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Ваҡиға урынана барған Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ашығыс хеҙмәттәр "Skoda Octavia" автомобилендәге ҡатынға беренсе ярҙам күрһәтеп, дауаханаға оҙатҡан.

"Лада Приора" менән – 57 йәшлек водитель, "Skoda Octavia" автомобиленә Күмертауҙан 46 йәшлек ир идара иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Лада Приора”лағы водитель һәм пассажир  һәләк булған.

Шулай уҡ бөгөн М5 трассаһында автобус аварияға осраған һәм юлды быуған. Һөҙөмтәлә тығын 45 саҡрымға һуҙылған. Был авария Силәбе өлкәһе сигендә теркәлгән. Республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көслө ел арҡаһында водитель идараны юғалтҡан һәм ситкә сыҡҡан, ә кузовтың яртыһы юлда ҡалған.

Әлбиттә, Башҡортостан менән Силәбе өлкһен тоташтырған иң йәнле трассала ҙур тығын барлыҡҡа килеүе аңлашыла.

Мәләүез районындағы ике кеше һәләк булған осраҡҡа бәйле социаль селтәрҙә лә фекер белдергән кешеләр бар. Бер ир: “Бөтәһенә лә водителдәр ғәйепле. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәйҙәр, үҙҙәренә бик ышаналар. Ә һауа шарттары быға булышлыҡ итә генә, юлдан боҙлауыҡты алып булмай һәм елде лә туҡтатыу мөмкин түгел”, – тип яҙа ул. Ысынлап та, һин ниндәй генә оҫта водитель булһаң да, әгәр юл насар икән, ул барыбер ҙур хәүеф сығанағына әйләнә.

Икенсе ҡатын иһә: “Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Ватан автопромы – ул тәгәрмәстәге табут”, – тип белдергән. Әлбиттә, был осраҡта был ҡатын менән бик үк килешеп булмай. Ниндәй “текә” автомобилдәрҙә кешеләр һәләк булғанын көндә тиерлек ишетеп торабыҙ. Һинең ниндәй автомобилдә йөрөүең түгел, ә нисек йөрөүең, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүең мөһим. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәһәң, сит ил автомобилендә булыуың һау-тере ҡалыуыңды тәьмин итә алмай. Ҡағиҙәләр үтәү өсөн яҙыла һәм уға яуаплы ҡараһаҡ ҡына бындай аяныслы хәлдәргә тарымаясаҡбыҙ.

Ниндәй генә авариялар булмаһын, улар һәр саҡ матди һәм кеше, рухи юғалтыуҙары менән тамамлана, шуға ла ундай хәлгә осрарға Хоҙай ҡушмаһын. Юлда һәр саҡ уяу, һаҡ йөрөргә кәрәк, ҡабаланмағыҙ, шул саҡта ғына тәғәйен урынға барып етерһегеҙ.

Дөйөм мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, 10–16 ғинуарҙа республика юлдарында 54 авария теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 63 кеше йәрәхәттәр алған. Уйланайыҡ, һығымталар яһайыҡ...

Фото: @mchsrb.

 

Бөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килде
Бөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килде
Бөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килде
Бөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килде
Бөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килде
Бөгөн тағы ла ике кешенең ғаиләһенә ҡайғы килде
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас