

“Приуралье” юл идаралығы учреждениеһы хәбәр итеүенсә, 18 ғинуарҙа 14:15 сәғәттән (урындағы ваҡыт буйынса) Ырымбур өлкәһендә, Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларында М-5 “Урал” федераль автомобиль юлының 1194-се -1375-се километрҙар участкаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Сәбәбе: буран, көслө ҡар.
Әлеге ваҡытта юлдарҙы эшкәртеү һәм таҙартыу өсөн “Приуралье” федераль автомобиль юлдары идаралығы автомобиль юлдары селтәренең бөтә йүнәлештәренә 211 берәмек техника йәлеп ителгән, уларҙың 101-е Башҡортостан, Татарстан Республикаһында, Ырымбур өлкәһендә - 110. Махсуслаштырылған техника иҫәбе юлдағы хәлгә ярашлы көйләнә.
Юл идаралығының дежур-диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй. Юлдағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында тәүлек әйләнәһенә уларҙың дежур-диспетчер хеҙмәте номеры буйынса шылтыратып хәбәр итергә мөмкин: 7(347) 286-07-18.
Әгәр бик кәрәк түгел икән, бөгөн юлға сыҡмай тороу хәйерлерәк.
Фото: Инстаграм.