Хәүефһеҙлек
18 Ғинуар 2022, 03:54

“Мәктәпкә йөрөп белем алыуға бер ни етмәй!”

Уҡыусыларҙың сәләмәтлеген һәм именлеген тәьмин итеү өсөн барыһы ла эшләнә.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау мәсьәләләре буйынса оператив штабтың һуңғы кәңәшмәһе барышында мәктәптәрҙең ҡышҡы каникулдан һуң эш башлауын айырып билдәләп үткәйне. Төбәк етәксеһе, сир билдәләре аҙ булған мәлдә лә, оператив эшләү өсөн медицина инспекторҙарын йәлеп итеүҙең, белем усаҡтарына инеүҙе контролдә тотоуҙың мөһимлеген әйтте.

– Ата-әсәләр ҙә, уҡытыусы­лар ҙа, бала үҙен насар тоя икән, ул өйҙә ҡалырға тейешлеген аңлау фарыз. Мәктәп­тәребеҙҙә ауырыуҙың таралыуына юл ҡуйылмаһын, – тине Радий Хәбиров.

Кисә, 17 ғинуарҙа, респуб­ли­кабыҙ­ҙың барлыҡ белем усаҡтары өсөнсө уҡыу сиреген башланы. Башҡортос­тандың Мәғариф һәм фән министр­лығынан белдереүҙәренсә, мәктәптәр­ҙең коронавирус, айырыуса уның яңы штамы – “омикрон” таралыу шарттарында эш башлауға әҙерлеге алдан уҡ иғтибар үҙәгенә алын­ған. Мәғариф учреждениеларында санитария-эпидемиология талаптарының үтәлешен 2196 медицина инспекторы контролдә тота.

Беҙ Өфө ҡалаһындағы Ф. Мос­тафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында булып, ҡышҡы каникулдан һуң тәүге уҡыу көнөнөң ойошторолоу нескәлектәре менән та­ныштыҡ. Дежур класс уҡыусы­лары беҙҙе “Хәйерле иртә!” тип сәләмләп ҡаршы алды. Балалар белем усағына ике урындан инә: I–VI кластар – төп ишектән, урта һәм өлкән клас­тар – запас ишектәрҙән. Уҡыу­сыларҙы ковидҡа ҡаршы инспектор менән дежур уҡытыусы ҡаршы ала, ошонда уҡ температура үлсәнә, антисептик менән ҡулдар эшкәртелә. Ковидҡа ҡаршы инспектор Руслан Иҙрис улы Әбүзәров махсус уҡыу үткән, был көндө уға коллегалары – директорҙың фәнни эштәр буйынса урын­баҫары Лилиә Тимерхан ҡыҙы Аҡбулатова менән психолог Хәлиҙә Урал ҡыҙы Төхвәтул­лина ярҙам итә ине.

Гимназия директоры Булат Илшад улы Зинуров менән өсөн­сө уҡыу сиреген ниндәй кәйефтә башлап ебәреүҙәре, ко­видҡа ҡаршы күрелгән сара­лар тураһында әңгәмә­ләштек.

– Кәйефтәр көр, матур яңы­лыҡта­рыбыҙ бар: ошо көндәрҙә гимназия­быҙға өр-яңы йыһаз һәм ҡорамалдар алдыҡ, әле улар урынлаштырыу өҫтөн­дә. Белем усағының эшмәкәр­леген байытып, киңәйтеп ебәрергә бу­лышлыҡ итәсәк маҡсатлы ки­лешеү­ҙәр төҙөлдө. Шәмбе кө­нө атай-әсәйҙәр менән бергә ҡар таҙартыу буйынса ҙур өмә үткәрҙек. Айырыуса атайҙарға рәхмәт, шул тиклем дәррәү эш­ләне­ләр. Үҙегеҙ күргәнһе­геҙ­ҙер: гимназия­ға инеү юлдары ту­лыһынса ҡарҙан таҙар­тылған.

Ковидҡа ҡаршы күрелгән сараларға килгәндә, каникул осоронда дезинфекция, генераль йыйыштырыу үткә­релде, коридор, ашхана кеүек урын­дарҙа билдәләр яңыртылды. Дәрестәр теҙмәһе, тәнәфестәр, ашханала туҡ­ланыу тәртибе балаларҙың үҙ-ара ара­лашы­уын мөмкин тиклем кәме­теүҙе күҙ уңында тотоп төҙөлдө, уҡыу­сы­лар көн дауамында бер бүлмәлә уҡый, йәғни кабинет алмаштырмай. Коридорҙа һәм ашханала рецирку­ля­торҙар эш­ләй, уҡыу бүлмә­ләрендәге һа­уаны сафландырыу өсөн күсмә ҡорамалдар ҡулла­набыҙ, – тип һөйләне Булат Илшад улы.

Әйткәндәй, гимназия коллективы тулыһынса (һаулығы йәһәтенән вакцина эшләтергә ярамаған ике уҡытыусынан тыш), коронавирустан прививка яһатҡан. Яҡын арала белем уса­ғында уҡытыусылар өсөн ревакцинация үҙәге булды­рырға уйлайҙар.

Балаларын оҙатып килгән атай-әсәйҙәр менән аралашыу форсатын да таптыҡ. “Әлбиттә, заман зәхмәте арҡаһында ба­лаларҙың онлайн алымда уҡыуын аңлап ҡабул иттек, әм­мә, нисек кенә булмаһын, мәк­тәпкә йөрөп белем алыуға бер ни етмәй”, – тигән фекерҙә улар ҙа. Эйе, йәнле арала­шыу­ҙы бер нимә лә алмаштыра ал­май, шуға күрә мәктәптәрҙә балалар тауышы тынмаһын, уҡыу­сылар ғәҙәти алымда шатланып уҡырға йөрөһөн, тырышып ғилем һәм фән үрҙәрен яу­лаһын, тигән изге теләктә ҡалабыҙ.

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас