Хәүефһеҙлек
18 Ғинуар 2022, 16:10

Мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк

Башҡортостанда “омикрон” штамын 23 кешелә асыҡланған.

Мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәкМөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк
Мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Коронавирус таралыуға ҡаршы көрәш буйынса координация советы президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин үткәрҙе.

– Вирустың яңы штамы – “омикрон” –  бөтә донъяла йылдам тарала. Ул йоғошлолоғо менән айырылып тора. Башҡа дәүләттәрҙең тәжрибәһе лә ошоно күрһәтә. “Омикрон” Рәсәйгә лә килеп етте. Баш ҡалаға ғына түгел, башҡа төбәктәргә лә. Быны беҙ ауырыу статистикаһы буйынса күрәбеҙ, – тине Михаил Мишустин. – Ваҡиғаларҙың һәр төрлө үҫешенә әҙер булырға кәрәк. Рәсәй Федерацияһы төбәктәре етәкселәренә эште әүҙемләштереү мөһим. Был медицина учреждениеларының һәм ашығыс ярҙам хеҙмәтенең эшмәкәрлеген, “ҡыҙыу телефон элемтәләре”н ойоштороуға, студенттарҙы, ирекмәндәрҙе йәлеп итеүгә һәм өлкәндәр менән үҙ-ара эш итеүгә ҡағыла. Халыҡты яҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк.

18 ғинуарға ҡарата Башҡортостанда “омикрон” штамын йоҡтороуҙың 23 осрағы асыҡланған. Республикала коронавирус менән ауырығандарҙың дөйөм һаны – 125813. Тәүлек эсендә 253 яңы осраҡ раҫланған. Бөтәһе 116910 кеше һауыҡҡан, уларҙың 299-ы – уҙған тәүлектә. Табиптар коронавирусҡа 5,5 миллиондан ашыу тест яһаған. Төбәк дауаханаларында 1545 урын булдырылған. Буш койка фонды 36 процент тәшкил итә.

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. 18 ғинуарға алынған мәғлүмәттәр буйынса, 2264418 кеше прививканың тәүге компонентын һалдырған, 2137521 кеше уны тулыһынса һалдырған. Был вакцинацияланырға тейешле халыҡтың 91,1 һәм 86 процентын тәшкил итә.

2020 йылдың ноябренән республикала Ковидҡа ҡаршы хәл-шарттар үҙәге эшләй. Граждандар тест һөҙөмтәләрен асыҡлау, коронавирустан прививкаға яҙылыу, өйҙә амбулатор дауаланыуҙы ойоштороу буйынса консультация алыу өсөн (347) 218-19-19 телефоны буйынса “ҡыҙыу элемтә”гә шылтырата ала. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.

17 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документтың яңы редакцияһына ярашлы, физкультура һәм мәҙәни саралар уҙғарыу кисектерелә. Шулай уҡ 30-ҙан ашыу кеше эшләгән хеҙмәт коллективтары йыйылышын үткәреү тыйыла. Ә дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре граждандарҙы ҡабул итеү саралары ойоштороуҙы туҡтатып торорға тейеш.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149539.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149539.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас