Хәүефһеҙлек
18 Ғинуар 2022, 13:00

М5 "Урал"да юл асылды

Уны бөгөн етди сәбәптәргә бәйле ваҡытлыса япҡайнылар.

М5 "Урал"да юл асылдыМ5 "Урал"да юл асылды
М5 "Урал"да юл асылды

Һауа торошона бәйле юлдарҙың ваҡытлыса ябылыуы тәбиғи күренеш. 

 “Приуралье” юл идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, М5 “Урал” федераль автомобиль юлындағы Башҡортостан, Татарстан һәм Ырымбур участкаһында юл бөтә төр транспорт өсөн дә асыҡ.

Атап әйткәндә, 17:40 сәғәттә (урындағы ваҡыт буйынса) М5 “Урал” федераль автомобиль юлының Ырымбур өлкәһендәге, Башҡоростан һәм Татарстан биләмәләрендә 1194 саҡрымдан (Северный ауылы эргәһенән) 1375-се саҡрымға тиклемге арауығында (Восточный ауылы) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел автомобиль, йөк транспорты өсөн юл асылды.

Фото: regnum.ru 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас