

2021 йыл аҙағында Өфөләге Октябрь проспектында урынлашҡан микрофинанс офисына билдәһеҙ ир яман ниәт менән килеп инә. Хеҙмәткәр алдындағы мониторҙы алып ташлап, ул унан кассанан аҡса алып биреүен талап итә. Ҡатынға 16 мең һум аҡсаны алып биреүҙән башҡа сара ҡалмай.
Ваҡиға урынына килгән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре видеокүҙәтеү яҙмаһын тикшергәндән, шулай уҡ генетик эҙҙәрҙең экспертиза һөҙөмтәләрен өйрәнгәндән һуң, енәйәтсенең шәхесен асыҡлаған. Ул - элек тә хөкөмгә тарттырылған, йәшәр урыны булмаған 44 йәшлек ир. Яуызды тотҡандар, ул ғәйебен таныған.
Тикшереү мәлендә енәйәтсе тағы шундай ике ойошмаға һөжүм итеүе тураһында һөйләп биргән. Беренсеһендә шул уҡ Октябрь проспектында урынлашҡан бер микрофинанс ойошмаға инеп, сүкеш менән ҡурҡытып - һигеҙ мең, икенсе тапҡыр Беренсе Май урамындағы офистан, бысаҡ менән янап, һигеҙ мең һум аҡсаны талап алып сығып китә.
Хәҙер уға өс талау осрағы өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото:ufa-news.net