Хәүефһеҙлек
20 Ғинуар 2022, 17:15

Автобус янған

Ә Дүртөйлө районындағы аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгән...

Автобус янғанАвтобус янған
Автобус янған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 19 ғинуарҙа Салауат ҡалаһында пассажир автобусы янған.

Ваҡиға 13:30 сәғәттә ҡаланың Салауат Юлаев бульварында теркәлгән. Пассажирҙар тейәп китеп барған автобус ҡапыл тоҡанып киткән. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар янғынды һүндергән: унда дүрт берәмек техника һәм туғыҙ кеше ҡатнашҡан. Автобус яна башлағас та, пассажирҙар үҙҙәре сығып өлгөргән, зыян күреүселәр юҡ. 

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Дүртөйлө районында киске сәғәт алтынсыларҙа аварияла ике кеше һәләк булған.

Мәғлүм булыуынса, ошо көндө транспорт ваҡиғаһы Дүртөйлө – Нефтекама автомобиль юлында теркәлгән: "Lada Granta" менән "Lada Largus" автомобилдәре бәрелешкән. Һөҙөмтәлә "Lada Granta"лағы ир менән ҡатындың ғүмере өҙөлгән.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ идаралығы һәм ашығыс хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре эшләй, авария сәбәбен асыҡлай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙа фажиғәле хәлдәр теҙмәһе дауам итә. Ошо авариялар арҡаһында кешеләрҙең ғүмере, яҙмыштары селпәрәмә килә. Ҡасан уға сик булыр? Ҡасан водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәй башлар икән? 

Фото: @mchsrb.

  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас