Хәүефһеҙлек
20 Ғинуар 2022, 06:00

Ете йәшлек һеңлеһен ҡотҡарған

Ул көндө Жәмил Аҡъюлов мәктәптән ҡайтып барған була. Ә фатирҙа - һеңлеһе яңғыҙ...

Ете йәшлек һеңлеһен ҡотҡарғанЕте йәшлек һеңлеһен ҡотҡарған
Ете йәшлек һеңлеһен ҡотҡарған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, кисә Салауат ҡалаһының Губкин урамында 14.45 сәғәттә күп ҡатлы йорттарҙың береһенә "ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡлаған.

Янғын сыҡҡан ваҡытта 16 йәшлек Жәмил Аҡъюлов мәктәптән ҡайтып килгән. Йорттарындағы хәлде аңлау менән, ете йәшлек һеңлеһенең өйҙә яңғыҙ булыуын белгән үҫмер фатирҙарына йәнфарман йүгереп инеп, һеңлеһен етәкләгән дә, һыулы сепрәк менән ауыҙын ҡаплап, урамға алып сыҡҡан. 

Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем 20 кеше үҙаллы урамға сыға алған. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар тиҙ арала утты "ауыҙлыҡлаған". Ут тоҡанған фатирҙан ҡотҡарыусылар 1934 йылғы оло йәштәге ҡатынды сығарып, дауаханаға оҙатҡан. Шулай уҡ 8-се ҡаттан 1947 йылғы ирҙе, ун һәм һигеҙ йәшлек ике баланы ҡотҡарғандар.

Ут тулыһынса 15:01 сәғәттә һүндерелгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. 

Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: ут менән һаҡ булығыҙ! Ян­ғын тигән ҙур бәлә-ҡазанан һаҡла­ныу өсөн республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығы хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләренә иғтибар итергә, уларҙы һис һүҙһеҙ үтәргә саҡыра. Бына улар:

* асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡанды­рылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;

* тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшлә­гәндә ут яндырмағыҙ;

* электр селтәренә ҙур көсөр­гәнеш яһамағыҙ, электр ҡора­мал­дарын ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, улар­ҙы балаларға ышанып тапшырмағыҙ;

* изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡора­малдарын файҙаланмағыҙ;

* сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә ут яҡмағыҙ. Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлығында йоҡа тимер киҫәге ҡағығыҙ;

* мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптер­мәгеҙ.

Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырыуса мөрәжәғәт итәбеҙ. Балаларығыҙға бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Тиҙ тоҡаныусан материалдарҙы һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Ут яғырға, уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.

Бөгөн кешеләрҙе янғындан ҡотҡарыусы иң файҙалы сара –  янғын тураһында иҫкәртеүсе автономиялы ҡулай­лама. Ул ут сығыу менән төтөн еҫен тоя һәм, көслө тауыш сығарып сырылдап, кешеләрҙе хәүеф хаҡында иҫкәртә.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ!

Фото: "Башинформ".

 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас