

Татарстанға ҡунаҡҡа барыу күп балалы ғаилә өсөн саҡ бәләгә барып олғашмаған. Ҡайтышлай көслө буранға эләгәләр, машина юлдан ситкә ҡайырыла. Көрткә батҡан, авария сигналы эшләп торған машинаны Түбәнге Саллы–Әлмәт–Зәй автомобиль юлының 51-се километрында күрше республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре күреп ҡалған.
“Автомобиль эргәһендә ир баҫып тора, салон эсендә ғаиләһе, шул иҫәптән балиғ булмаған йәштәге өс бала. Ғаилә башлығы аңлатыуынса, Башҡортостанға ҡайтып барышлай буран шарттарында машина юлдан төшөп киткән,” – тип хәбәр иткәндәр Татарстан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Күрше республика полицейскийҙары махсус техника саҡыртып, автомобилде юлға сығарырға ярҙам иткән. Инспекторҙар ҡышҡы юлда транспорт сараһына идара итеүҙең үҙенсәлектәре тураһында водителгә тағы бер тапҡыр аңлатҡан һәм хәйерле юл теләп оҙатҡан.
Ғаилә уяу һәм ярҙамсыл инспекторҙарға рәхмәт белдергән. Республикала алдағы көндәрҙә тәбиәғәт шарттарының көйһөҙләнеүе көтөлә, водителдәргә уяулыҡ бик кәрәк, уларҙың юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен теләйбеҙ.
Фото: Татарстан буйынса Эске эштәр министрлығы.