

Һаҡ булығыҙ: бер әҙәм ҡала уртаһында өлкән йәштәге ҡатынға һөжүм итеп, сумкаһын тартып алырға маташҡан. Был күренеште һүрәтләгән видеояҙма бөтә яңылыҡ баҫмаларында, мессенджерҙарҙа таралды.
Был хәл кисә Өфөлә Менделеев урамында киске сәғәт һигеҙҙәрҙә булған. Унда бер ирҙең ҡаршыһына килгән ҡатындың сумкаһын тартып алырға маташыуы, шул арала бысаҡ менән һелтәнеүе ап-асыҡ күренә. Тик арттан тағы бер ирҙең килеүе юлбаҫарҙы өркөтөп, ҡасырға мәжбүр итә. Хәҙер уны полиция эҙләй.
Социаль селтәрҙә был хәлдең аҙағын да яҙалар: ҡатын һатыу нөктәләренә етеп, киоскка инеп йығылған, сөнки яман уйлы әҙәм уны йәрәхәтләп өлгөргән була, тиелә унда.
Фото: видеонан скриншот.