Хәүефһеҙлек
23 Ғинуар 2022, 13:00

Ҡатынды талаусыны тотҡандар

Бысаҡ менән һөжүм итеүсегә, яраланһа ла, ҡатын ҡаршы тора, ҡулынан сумкаһын ысҡындырмай.

Ҡатынды талаусыны тотҡандарҠатынды талаусыны тотҡандар
Ҡатынды талаусыны тотҡандар

Өфөнөң Менделеев урамында бысаҡ менән ташланып, ҡатындың сумкаһын тартып алырға маташҡан яман уйлы әҙәмде хоҡуҡ һаҡсылары ҡулға төшөргән. Пенсионер ҡатын юлбаҫарға ҡаршылыҡ күрһәтә, ә тегенеһе ваҡиға урынынан ҡасып китә, тип яҙғайныҡ алдағы яңылыҡта.

- Полиция хеҙмәткәрҙәре талау маҡсатында бысаҡ менән һөжүмгә ташланыусыны ҡулға алды. Ул - элек тә бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған 30 йәшлек Ҡырмыҫҡалы районы кешеһе. Әлеге ваҡытта енәйәтсе полиция бүлегендә һорауҙарға яуап бирә.

Юлбаҫарҙың шәхесен асыҡларға урам видеокамераларындағы яҙмаларҙың ярҙам итеүе билдәле. Был ирҙең яңыраҡ төрмәнән сыҡҡанлығы ла асыҡланған. Ул - үлтереү, урлашыу, күрәләтә сит кешенең мөлкәтен юҡҡа сығарыу өсөн язаға тарттырылған, бынан тыш та, бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителгән кеше.

Ә яман бәндәгә осраған ҡатын иһә әле дауаханала.


Фото:newsbash.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас