Хәүефһеҙлек
23 Ғинуар 2022, 14:30

Әсәйгә шылтыратҡы килә лә бит...

"Тик аҙаҡ шуны аңлайһың: башҡа бер ҡасан да уның тере тауышын ишетмәйәсәкһең... Был бик ҡурҡыныс һәм аңлауы ауыр".

Әсәйгә шылтыратҡы килә лә бит...Әсәйгә шылтыратҡы килә лә бит...
Әсәйгә шылтыратҡы килә лә бит...

Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ. Өфөлә 46 йәшлек Елена Шәмсиева вафат булған. Ҡатын Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе заводында сыҡҡан янғында зыян күргәйне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 17 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 7-ләр тирәһендә йыуыныу участкаһында йыйыу цехында ҡыҫҡа ваҡытлы янғын сыға. Заводтың ике хеҙмәткәре ауыр хәлдә 18-се дауахананың реанимация бүлегенә оҙатыла. Был осраҡтан һуң Башҡортостан прокуратураһы ғәҙәттән тыш хәл буйынса тикшереү башланы. Шулай уҡ төбәктең тәфтиш комитетында тикшереү эше ойошторолдо.

Еленаның тәне 80-90 процентҡа бешә. Табиптар уны ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләргә тырышһа ла, ауыр йәрәхәттәре үҙенекен итә... Ҡатындың 21 йәшлек ҡыҙы менән 16 йәшлек улы ҡалған.

“Әсәйем үлде. Зинһар өсөн, ҡайғы уртаҡлашмағыҙ һәм йәлләмәгеҙ”, – тип яҙҙы уның ҡыҙы социаль селтәрҙәрҙә.

16 йәшлек улы ла әсәһен юғалтыуҙы бик ауыр кисерә.

“Күҙ алдына килтерегеҙ әле – һин әсәйеңә шылтыратаһың, хәҙер һөйләшербеҙ, аҙаҡ күрешербеҙ тип уйлайһың. Тик аҙаҡ шуны аңлайһың: башҡа бер ҡасан да уның тере тауышын ишетмәйәсәкһең... Был бик ҡурҡыныс һәм аңлап булмай”, – тип яҙған ул.

Ҡатынды бөгөн Өфөлә ерләнеләр. Уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас