

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округында янғындар, юл-транспорт ваҡиғалары һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса үткән ултырыш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, беҙҙә янғындар буйынса хәлдәр яҡшырған. Бының өсөн ул республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровҡа һәм барлыҡ ҡотҡарыусыларға рәхмәт әйтте.
– Һеҙгә, барлыҡ ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенә рәхмәтлемен. Беҙ 2021 йылды янғындарҙа һәләк булғандар һанын кәметеп тамамланыҡ. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы округында уртаса һандар плюс 4,8 процент күрһәтә. Бынан тыш былтыр беҙҙә һыу объекттарында үлгәндәр ҙә кәмегән, ә округта – 10 процент үҫеш. Дөйөм алғанда, Фәрит Риф улы һеҙҙең Марат Латипов, муниципалитеттар менән эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлегегеҙ яҡшы һөҙөмтәләргә килтерҙе, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, беҙ былтыр ни бары бер күрһәткес буйынса “еңелгәнбеҙ” – аварияларҙа үлгәндәр һаны.
“Был турала уйларға кәрәк. Юлдарҙағы аварияларҙа һәләк булғандарҙы кәметеү - төп бурыс, беҙ башҡаса бының өсөн ҡыҙармаҫҡа тейешбеҙ", – тине Радий Хәбиров.
Фото: chp-dtp.ru