

Бөгөн төндә Туймазы районының Көйөктамаҡ ауылы янында фажиғә булған. Унда ике ир урманға киткән һәм юғалған. Был турала хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына килә. Шунда уҡ ҡотҡарыусылар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙәрҙе эҙләргә сыға. Арттарынан уҡ табиптар ҙа йүнәлә.
Тәүҙә юл буйындағы баҫыуҙа 1976 йылғы ир табыла. Табиптар уны ҡарағандан һуң өйөнә дауаланырға ҡайтара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1984 йылғы икенсе ир урманда үлгән килеш табыла. Әле хоҡуҡ һаҡсылары был осраҡ буйынса тикшереү башлаған, ирҙең үлем сәбәптәре асыҡлана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы белгестәре иҫкәртә: ҡышын урманға барған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ:
- үҙегеҙ менән мотлаҡ зарядкаһы тулы булған телефон алығыҙ. Һауа торошона ҡарап йылы кейенегеҙ;
- туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ҡайҙа барыуығыҙҙы һәм ҡасан ҡайтырға йыйынғанығыҙҙы әйтеп китегеҙ;
- әгәр урманда аҙашып, ҡайһы яҡҡа барырға белмәһәгеҙ, тын ҡалып тыңлағыҙ – машиналар, локоматив йәки башҡа тауыштар ишетһәгеҙ, шул яҡҡа табан барығыҙ;
– аҙашҡанығыҙҙы аңлау менән шунда уҡ 112 телефоны буйынса шылтыратып, яҡынса ҡайҙа икәнегеҙҙе хәбәр итегеҙ.
Фото: liveinternet.ru