

21 ғинуарҙа 2 сәғәт 50 минутта Өфөгә яҡын М-5 трассаһында "Газель NEXT" водителе Брянскиҙан булған 28 йәшлек ирҙе бәрҙергән. Һуңғыһы был ваҡытта "КамАЗ"-ының тәгәрмәсен йүнәтеү менән мәшғүл булған. Ирҙе Өфө дауаханаларының береһенә һалғандар, хәлен ауыр тип баһалай табиптар.
"Ул ашығыс рәүештә туҡтап, машинаһынан сығып, авария билдәләре ҡуйған. Ул төндә күреүсәнлек яҡшы ине, янында, авария сигналын тоҡандырып, икенсе машинала туғаны туҡтаған. Улар тәгәрмәсте алмаштырып бөтөп, ҡорамалдарын йыйыштыра башлаған мәлдә "Газель" водителе ирҙе бәрҙереп, ары киткән", - тип һөйләгән яҡыны.
Шаһиттарҙың күрһәтмәһе буйынса, аварияға сәбәпсе водитель ҡыҙғылтһары йә һоро төҫтәге "Газель NEXT" автомобилендә хәрәкәт иткән. Һәләкәттән һуң уның арт яҡты сағылдырыусы уң көҙгөһө, уң фары юҡлығы билдәле, шулай уҡ уң бампер һәм капотының йәмшәйеүе лә ихтимал.
Шул ваҡытта ошо тирәнән үтеп, аварияны күреүселәр булһа йә видеотеркәүесегеҙҙә шул ваҡиға яҙылып ҡалһа, зинһар, зыян күреүсенең туғандарына йә полицияға хәбәр итегеҙ. Һәр бер мәғлүмәт мөһим.
Фото:социаль селтәрҙән.