Хәүефһеҙлек
27 Ғинуар 2022, 10:00

Китеп барған машинанан ҡолаған...

Бөгөнгө Белорет - Өфө юлындағы был сәйер ваҡиға буйынса тикшереү эше башланған. 

Китеп барған машинанан ҡолаған...Китеп барған машинанан ҡолаған...
Китеп барған машинанан ҡолаған...

Бөгөн иртән Башҡортостанда бик сәйер авария теркәлә, дөрөҫөрәге, үлемесле ваҡиға. Иртән Белорет – Инйәр – Өфө автомобиль юлы буйлап “Шевроле Нива” машинаһы юлға сыға. Рулдә 70 йәшлек ир ултыра, янындағы пассажир урынында 32 йәшлек ҡатын була.

Трассаның 208-се километрында, ни сәбәптәндер автомобилдең ишеге асылып китә һәм ҡатын хәрәкәт иткән машинанан ҡолап төшә. “Уның йәрәхәттәре ауыр була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул табиптар килгәнсе вафат була”, – тигәндәр юл инспекторҙары.

Әле был хәл буйынса тикшереү башланған, эште тәфтиш бүлегенә тапшырғандар.

Фото: ЮХХДИ. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас