

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” төбәк проектына ярашлы Учалыла 1225 урынға иҫәпләнгән, майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил иткән мәктәп төҙөлөүе тураһында яҙғайныҡ инде.
Күңелһеҙ хәбәр – төҙөлөш урынында янғын сыҡҡан. Урындағы 24-се янғын-ҡотҡарыу часына төҙөлөш барған мәктәптән ут сығыуы тураһында хәбәр килә. Биш минуттан ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килеп етә, был ваҡытта бинаның ҡыйығын ут ялмап алған була, 30 квадрат метр майҙанда төҙөлөш материалдары яна.
Бәхеткә күрә, янғын һүндереүселәр уттың таралыуына юл ҡуймай, “ҡыҙыл әтәс” тиҙ арала ауыҙлыҡлана, бер кем дә зыян күрмәй.
Әле тикшереү бара. Янғындың сәбәбе асыҡлана. Подрядсы ойошма - Өфөнөң беренсе һанлы төҙөлөш идаралығы (СУ №1) янғын эҙемтәләрен бөтөрөү менән була. Төҙөлөш-монтаж эштәре быйыл тамамланасаҡ, тип күҙаллана ине, ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында ул кисектерелмәҫ, тип ышанайыҡ.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.