

Кисә кис менән был яңылыҡ бар республиканы шаҡ ҡатырҙы. Мәләүез ҡалаһындағы сүп-сарҙы сортҡа бүлә торған комплекста яңы тыуған сабыйҙың үле кәүҙәһе табылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре һәм тәфтишселәр шунда уҡ был хәл менән шөғөлләнә башлай һәм бындай ҡот осҡос аҙымға барған ҡатынды таба.
Асыҡланыуынса, ул 26 йәшлек Мәләүез кешеһе булып сыға. Ҡатын ире менән айырылышҡан һәм яңғыҙы ике бала тәрбиәләгән. Уның әйтеүенсә, өсөнсө тапҡырға ауырлы икәнлеген бер кем дә белмәгән. Йәш әсә урындағы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләй икән. Һәм өсөнсө балаһын да ул эш урынында, фабрикала тыуҙырған.
– Баланың нисек тыуғанын бер кем дә күрмәгән. Ҡатын әйтеүенсә, сабый үле килеш тыуған. Шуға күрә ул тәүҙә баланы тәҙрә артына һалған, аҙаҡ пакетҡа төрөп сүп-сар контейнерына ташлаған. Ни өсөн улай иткәнен әле үҙе аңлата аңлай, – тип хәбәр иткән “Комсомольская правда” баҫмаһына сығанаҡ.
Ысынлап та бала үле килеш тыуғанмы? Быны тәфтишселәр асыҡлай. Бәпестең кәүҙәһен судмедэкспертизаға йүнәлтәләр. Экспертиза уның үле тыуғанмы, йәки әсәһенең тере балаһын ташлағанмы икәнлеген асыҡларға тейеш.
Был хәл республикабыҙҙы, ысынлап та, шаҡ ҡатырҙы. Социаль селтәрҙәрҙә кешеләр аптырап комментарийҙар яҙа. Хайуандар ҙа үҙ балаһын ташламай, ә кеше уйлап та тормай сүплеккә ырғытырға һәләтле... Кәрәкмәй икән, тапҡас балалар йортона ҡалдырырға ла була бит...
Фото: "Моя Уфа" порталы.