Хәүефһеҙлек
28 Ғинуар 2022, 04:00

Вахтанан ҡайтып килгәндә...

Шулай ҙа була икән

Вахтанан ҡайтып килгәндә...Вахтанан ҡайтып килгәндә...
Вахтанан ҡайтып килгәндә...

 26 ғинуарҙа Төмән районы суды Башҡортостандан 52 йәшлек вахтасыға ҡарата хөкөм ҡарары сығарған. Ул поезда полицейскийҙың ҡулын тешләгән. Ир власть вәкилен мәсхәрәләү һәм уға ҡарата көс ҡулланыу статьяһы буйынса ғәйепләнә.

Был хәл 2021 йылдың 18 июлендә булған. Был көндө С.А. Когалымдан тыуған яғына ҡайтып барған. «Яңы Уренгой – Ҡазан» пассажир поезының вагонында ул спирлы эсемлектәрҙе саманан тыш ҡуллана һәм тәртип боҙа башлай. Ирҙең ҡыланышы поезда дежурҙа торған полиция нарядының иғтибарын йәлеп иткән.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары ирҙән  документтарын һәм әйберҙәрен  йыйып, киләһе  станцияла сығыуын һорай. Әммә эсеп батырланған пассажир йоҙроҡтары менән полиция хеҙмәткәрҙәренең береһенә ташлана. Тәртип һаҡсылары уға ҡул бығауы кейҙерергә йыйына башлағас, ул полицейскийҙың ҡулын тешләй. Хоҡуҡ һаҡсыһына медицина ярҙамы талап ителә.

 Суд хоҡуҡ боҙоусыны ике йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә һәм биш мең һум күләмендә штраф билдәләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Себер тарафтарында эшләгән вахтасыларҙың эштән ҡайтышлай йәки эшкә барғанда поезда, самолетта эсеп, тәртип боҙоуҙары йыш осрай. Ғаиләһенең уларҙы ни тиклем түҙемһеҙлек менән көтөүҙәрен дә иҫәпкә алмай, айҙар буйы эш хаҡын юғалтып ҡайтыусылар ҙа юҡ түгел. Шуға күрә вахтаға юлланыусыларға һис юғы йәмәғәт транспортында үҙҙәрен тәртипле тотоуҙарын теләйһе ҡала. Ни тиһәң дә үҙегеҙҙең Башҡортостандан икәнлегегеҙҙе онотмағыҙ, милләтегеҙ исеменә бысраҡ яҡмаһағыҙ ине.

Фото: mkchita.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас