

Бөгөн Мәләүез районында тағы ла юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Авария көндөҙгө сәғәт 3 тирәһендә Мәләүез – Федоровка автомобиль юлының алтынсы саҡрымында Троицкий ауылы эргәһендә булған.
Салауат ҡалаһынан 35 йәшлек ҡатындың “Лада Калина”һы менән ҡаршы хәрәкәт иткән “Chevrolet Niva” автомобилдәре бәрелешкән. “Chevrolet Niva” рулендә Мәләүез ҡалаһынан 51 йәшлек ир булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Лада Калина” автомобилендәге водитель ҡатындың 14 йәшлек улы һәләк булған, алты йәшлек ҡыҙын дауаханаға оҙатҡандар.
Яҡты көндә уйламаған ерҙә балаңды юғалтыуы ҡот осҡос. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, әммә был осраҡта ла автомобилдең тиктомалдан ҡаршы һыҙатҡа сыҡмауы көн кеүек асыҡ, ә водителдәрҙең береһе юл хәрәкәте ҡағиҙәһен тупаҫ боҙған. Был яуаплылыҡ арҡаһында ғәйепһеҙ баланың ғүмере өҙөлдө.
Йәшәп тә өлгәрмәгән үҫмерҙе кире ҡайтарып булмай бит. Шуға ла: “Водителдәр, зинһар, ҡабаланмағыҙ!” – тип уйланырға саҡырабыҙ. Юлда ҡабаланмағыҙ, автомобилдәр араһында арауыҡты һаҡлағыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын тағығыҙ.
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.