Хәүефһеҙлек
29 Ғинуар 2022, 07:00

Ике кәзә баҫмала осрашһа...

Бәрелешеү һөҙөмтәһендә “Lada Priora” автомобиле водителе дауаханала һәләк була, уның 14 йәшлек пассажиры ла йәрәхәттәр ала.

Ике кәзә баҫмала осрашһа...Ике кәзә баҫмала осрашһа...
Ике кәзә баҫмала осрашһа...

Кисә Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 180-се саҡрымында, Мәләүез районында, “Lada Priora” рулендәге 70 йәшлек водитель төп юлға сыҡҡанда “Kia Optima” автомобиленә юл бирмәгән. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә “Lada Priora” автомобиле водителе дауаханала һәләк була, уның 14 йәшлек пассажиры ла йәрәхәттәр ала.

Күреүебеҙсә, был юлы ла водитель үҙе ғәйепле. Ә үткән көндәге дөйөм мәғлүмәттәр буйынса, дәүләт инспекторҙары 2200 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 33 водитель эскән килеш тотолған. Республика юлдарында бөтәһе ете авария теркәлгән, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 12 кеше йәрәхәттәр алған.   

Кисә Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Владимир Севастьянов юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса матбуғат конференцияһында былтыр республика юлдарында 3835 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеүе һәм уларҙа 480 кешенең ғүмере өҙөлөүе, 4712 кешенең йәрәхәттәр алыуы тураһында хәбәр итте.  

Етәксе билдәләүенсә, юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре –  юл саттарында ҡағиҙәне боҙоу, арауыҡты дөрөҫ һайламау, йәйәүлеләр үткәүелдәрендә ҡағиҙәләрҙе үтәмәү, ҡаршы һыҙатҡа сығыу.

Эскән водителдәр тарафынан ҡылынған авариялар – 5,2 процентҡа, автобустар ҡатнашлығындағы авариялар 27,6 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында юлдарҙа күңелһеҙ ваҡиғалар артҡан: 461 аварияла 16 бала һәләк булған һәм 518-е йәрәхәттәр алған.  

Былтыр Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә административ тәртип боҙоу тураһында 4,1 миллион эш ҡуҙғатылған. 15 меңдән ашыу водитель эскән килеш тотолған.

Владимир Севастьянов һүҙҙәренән күренеүенсә, юлдарға ҡуйылған камералар водителдәрҙә яуаплылыҡтың артыуына булышлыҡ итә. Әле республика юлдарында ҡағиҙәне боҙоуҙы автоматик рәүештә теркәгән 1015 берәмек аппарат-программа комплексы ғәмәлдә. Улар ярҙамында административ тәртип боҙоу тураһында 3 миллион 387 мең ҡарар сығарылған.

Мәғлүм булыуынса, былтыр авариялар һаны кәмеүе күҙәтелһә лә, уларҙа һәләк булғандар һаны артҡан. Тимәк, юл-транспорт ваҡиғалары тағы ла ҡурҡынысыраҡҡа, ауяһыҙлыраҡҡа әйләнә бара. Бер йылда авариялар һөҙөмтәһендә бер ауыл халҡына тиң кешене юғалтыу ошо хаҡта һөйләй. Был тәңгәлдә “Ҡасан водителдәр аҡылға ултырыр икән?” тигән һорау тыуа. Тик әлегә уға яуап юҡ...

Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығынан.   

Ике кәзә баҫмала осрашһа...
Ике кәзә баҫмала осрашһа...
Ике кәзә баҫмала осрашһа...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас