Хәүефһеҙлек
29 Ғинуар 2022, 08:20

Яңауылда – шартлау!

Һигеҙ йыл элек Яңауылда газ шартлап, ҡот осҡос фажиғә булғайны инде. Бөгөн таң менән...

Яңауылда – шартлау!Яңауылда – шартлау!
Яңауылда – шартлау!

2014 йылдың 20 ғинуарында Яңауылда газ шартлап, ҡот осҡос фажиғә булғайны инде. Ҡалалағы күп ҡатлы йорттағы шартлау биш кешене һәләк иткәйне. Шулар иҫәбендә - ике баланы.

Бөгөн таң менән райондың Шудек ауылында ла янғын һәм шартлау булған. Италмаҫ биҫтәһендә газобетондан төҙөлгән, сайдинг менән көпләнгән йорт янып киткән. Күршеләре әйтеүенсә, ут ишеккә яҡын урынлашҡан ҡаҙанлыҡ тирәһенән сыҡҡан. Унда йәшәгән кешеләр запас ишек аша ҡасып ҡотолған.

Янғын башланғас, бинала торған газ баллоны шартлап, өйҙөң бер стенаһы емерелә. Ярай әле, зыян күреүселәр, ҡорбандар юҡ.

Ҡотҡарыусылар килеп етеп, утты һүндерә. Янғын сығыу сәбәбе асыҡлана.

Фото: ПСЧ-109.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас