Хәүефһеҙлек
1 Февраль 2022, 17:30

Ә һеҙҙең урамды таҙарталармы?

2 февралгә ҡарай төнгә Өфөлә ҡар таҙартыу эшенә 164 берәмек коммуналь техника йәлеп ителде.

Ә һеҙҙең урамды таҙарталармы?Ә һеҙҙең урамды таҙарталармы?
Ә һеҙҙең урамды таҙарталармы?

Һауа торошоноң насарайыуы сәбәпле, баш ҡала хеҙмәттәре биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыу эшенә ныҡлап тотондо. 2 февралгә ҡарай төнгә Өфөлә ошо маҡсатта 164 берәмек коммуналь техника йәлеп ителгән.

Тәү сиратта үҙәк урамдарҙы, йәйәүлеләр күп йөрөгән урындарҙы, шулай уҡ транспорт туҡталыштары эргәһен, тротуарҙарҙы таҙарталар. Артабан сиратта - башҡа урамдар. Авария хәүефе булған урындарға - күперҙәргә, юл үткәргестәргә, күтәрелә-төшә торған ерҙәргә айырым иғтибар бүленә.

Ҡала хеҙмәттәре водителдәрҙе һаҡ булырға, хәрәкәт ҡағиҙәләрен, тиҙлек режимын һаҡларға, шулай уҡ автомобилдәрен юл буйында ҡалдырмаҫҡа саҡыра - улар ҡар таҙартыу эшенә ҡамасаулай.

Әлеге хәлдә ҡыйыҡтарҙан ҡар шыуыу хәүефе бер нисә тапҡыр арта, ошоға бәйле, биналар янынан үткән саҡта нығыраҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Автомобилдәрҙе лә шундай ҡурҡыныс янаған урындарҙа ҡалдырырға ярамай.

Әгәр ҡар таҙартыу сифаты менән ҡәнәғәт түгелһегеҙ икән, Өфөләге Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең Хәл-торош үҙәгенә (347) 277-09-11 һандарын йыйып шылтыратырға йәки "Ҡарлы Өфө" интерактив картаһында заявка ҡалдырырға мөмкин: ufacity.info/sneg. Шулай уҡ туранан-тура үҙегеҙҙең идарасы компанияға, торлаҡ милекселәре ширҡәтенә мөрәжәғәт итергә була.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, урындағы ойошма-предприятиялар етәкселәре, милек формаһына ҡарамайынса, ҡар таҙартыу эше өсөн яуаплы. Улар үҙ биләмәһен ваҡытында һәм сифатлы итеп тәртипкә килтерергә тейеш.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас