

Һәр аҙналағыса, бөгөн дә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге “Сәләм” тапшырыуы барышында Республикаға идара итеү белгестәре башҡорт телендә тура бәйләнеш ойошторҙо һәм һуңғы тәүлектәге хәл-торош, мөрәжәғәттәр менән таныштырҙы.
Республикаға идара итеү үҙәге бәйән иткән статистикаға ярашлы, үткән тәүлектә халыҡты нығыраҡ һаулыҡ темаһы борсоған, был өлкәгә ҡағылышлы 278 мөрәжәғәт теркәлгән. Икенсе урында – коронавирус темаһы (99), өсөнсөлә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (76 хәбәр).
Ә инде аҙналыҡ хәл-торошҡа килгәндә, “Ғинуарҙың һуңғы аҙнаһында хәүефһеҙлек темаһы өсөнсө урынға сыҡты – 345 хәбәр. “Инцидент-менеджмент” системаһында хужаһыҙ эттәр хаҡында мөрәжәғәттәр күп теркәлде. Был хайуандар кешеләргә зыян килтерергә мөмкин, шуға ла ошо темаға беҙ айырым иғтибар бүләбеҙ”, - тип хәбәр итте Республикаға идара итеү белгестәре.
Шулай уҡ республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан – Өфө, Күмертау, Иглин һәм Благовещендан килгән хәбәрҙәрҙе муниципалитеттар менән берлектә иғтибар үҙәгенә алғандар. Был хаҡта ветеринария идаралығы ла иҫкәртелгән.
“Мөрәжәғәттәр хужаһыҙ эттәрҙе тотоу хеҙмәтенә ебәрелә, улар күрһәтелгән адрес буйынса бара. Мәҫәлән, 29 ғинуарҙа Благовещен районында 11 берәҙәк эт ауланған. Киләһе рейд 2022 йылдың 2 февралендә буласаҡ.
Хужаһыҙ эттәрҙе аулау хеҙмәте телефондары муниципалитеттарҙың сайтында һәм социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә бар. Ошо уҡ темаға 112 телефоны буйынса ла мөрәжәғәт итергә лә була”, - тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән.
Фото: avatars.mds