Хәүефһеҙлек
1 Февраль 2022, 10:15

Иғтибар: юлдарҙа сикләүҙәр индерелде

Республикала һәм күрше төбәктәрҙә буран ҡотора, көслө ҡар яуа.

Иғтибар: юлдарҙа сикләүҙәр индерелдеИғтибар: юлдарҙа сикләүҙәр индерелде
Иғтибар: юлдарҙа сикләүҙәр индерелде

Һауа шарттарының боҙолоуына һәм буран, көслө ҡар яуыуына бәйле, автомобиль юлдарында күреүсәнлек насарайған. Ошоға бәйле бөгөн 13:00 сәғәттән М5 федераль автомобиль юлының 1205 саҡрымынан (Северный пункты) 1281-се саҡрымға (Октябрьский ҡалаһы, Башҡортостан менән Татарстан сигендә) тиклемге арауығында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел автомобилдәре, йөк автомобилдәре хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде.

“Приуралье” юл идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, федераль автомобиль юлдарын таҙартыу өсөн 189 техника йәлеп ителгән. Тәүлек әйләнәһенә юл идаралығының дежур-диспетчер хеҙмәте эшләй, штаттан тыш хәл килеп тыуғанда +7(347) 286-07-18 телефонына шылтыратырға кәрәк.

Республика ЮХХДИ идаралығы, индерелгән сикләүҙәргә бәйле, водителдәрҙән был йүнәлештә сәфәрҙән тыйылып торорға саҡырҙы.

Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас