

Көндөҙ Баҡалы районында Бәләбәй – Туймазы – Баҡалы автомобиль юлының 128-се саҡрымында “ВАЗ-2114” менән “Lada Largus” ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәре бәрелешкән.
“ВАЗ-2114” автомобилендә 1987 йылғы водитель ҡатын һәм уның 2007, 2009 һәм 2015 йылғы балалары булған. Ҡотҡарыусылар ҡатындың ҡыҫылған аяғын ысҡындырыуҙа ярҙам иткән. Мәғлүм булыуынса, ҡатын һәм уның алты һәм 14 йәшлек ике балаһы дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ Баҡалы үҙәк район клиник дауаханаһына ҡараған ашығыс медицина ярҙамы автомобиле водителенә лә медицина ярҙамы талап ителгән. Аварияла һәләк булыусылар юҡ, тип хәбәр итә ҡотҡарыусылар.
Юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәптәре асыҡлана. Был аварияла ҡатнашыусыларҙың имен ҡалыуы - мөғжизәгә тиң, ти ҡотҡарыусылар. Юл һәр ваҡыт, ҡышҡыһы бигерәк тә, һаҡлыҡ талап итә. Юлдарығыҙ имен булһын!
Фото: @mchsrb һәм Башҡортостанды ЮХХДИ идаралығынан.