Хәүефһеҙлек
2 Февраль 2022, 06:00

Ут тағы ла бер ирҙең ғүмерен өҙҙө

“Ҡыҙыл әтәс” аяуһыҙ – ҡорбандарҙы һайламай, юлында осраған барлыҡ әйберҙәрҙе юҡ итә.

Ут тағы ла бер ирҙең ғүмерен өҙҙөУт тағы ла бер ирҙең ғүмерен өҙҙө
Ут тағы ла бер ирҙең ғүмерен өҙҙө

Бигерәк тә һаҡһыҙҙарҙы, яуапһыҙҙарҙы, яҡлауһыҙҙарҙы һағалап тора. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Ғафури районының Родина ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр итәләр. Ҡотҡарыусылар һәм Табын ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү командаһы килгәндә 10х10 метр ҙурлығындағы кирбес йорттоң эсен ут ялмап алған була. Янғынды һүндергәс, 1961 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.

Ошондай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеген күҙәтегеҙ. Түшәктә ятҡанда тартмағыҙ, янып торған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, ватыҡ электр ҡорамалдарынан файҙаланмағыҙ, ут менән һаҡсыл эш итегеҙ.

Янғын осрағын күреү менән 112 телефонына шылтыратығыҙ!

Фото: @mchsrb

Ут тағы ла бер ирҙең ғүмерен өҙҙө
Ут тағы ла бер ирҙең ғүмерен өҙҙө
Ут тағы ла бер ирҙең ғүмерен өҙҙө
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас