

Бөгөн иртә менән Мәләүез районының Васильевка ауылындағы ағас йортҡа ут тоҡанған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан белдереүҙәренсә, был юлы ла янғын фажиғәһеҙ үтмәгән: 1961 һәм 1967 йылғы ике ир һәләк булған.
Янғын сығыу тураһындағы шылтыратыу иртәнге сәғәт 9-ҙа алына. Шунда уҡ ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәттәре ебәрелә. Фажиғә булған ерҙә әле тикшереү эштәре башланған, ут сығыу, кеше ғүмерҙәре өҙөлөү сәбәптәре асыҡлана.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ут менән һаҡ булырға, янғындан һаҡланыу өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Бына улар:
* асыҡ ут сығанаҡтарын – шырпы, зажигалка, шәм, тоҡандырылған тәмәкене һаҡ ҡулланығыҙ, ятҡан ерегеҙҙә тәмәке тартмағыҙ;
* тиҙ тоҡаныусан предметтар һәм материалдар менән эшләгәндә ут яндырмағыҙ;
* электр селтәренә ҙур көсөргәнеш яһамағыҙ, электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, уларҙы балаларға ышанып тапшырмағыҙ;
* изоляцияһы зыян күргән электр үткәргесен, үҙегеҙ эшләгән йылытыу һәм ҡыҙҙырыу ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ;
* сатнаған урыны булған, ишеге эшләмәгән мейестәрҙән һәм каминдарҙан файҙаланмағыҙ, асыҡ ишекле мейескә ут яҡмағыҙ. Мейес алдына 50х70 сантиметр ҙурлығында йоҡа тимер ҡағығыҙ;
* мейесте артыҡ ҡыҙҙырмағыҙ, эҫе мейестә утын, кейем һәм башҡа материалдарҙы киптермәгеҙ.
Бәләкәй балалары булған ата-әсәгә айырыуса һаҡ булһын. Бәләкәстәргә бер ҡасан да ут, шырпы, зажигалка менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Тиҙ тоҡаныусан материалдарҙы һәм шыйыҡсаларҙы уларҙың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Ут яғырға, уны ҡарап торорға ҡушмағыҙ.
Бөгөн кешеләрҙе янғындан һаҡлаясаҡ иң файҙалы сара – ут тураһында иҫкәртеүсе автономиялы ҡулайлама. Ул тиҙ арала төтөн еҫен тоя һәм, көслө тауыш сығарып сырылдап, кешеләрҙе хәүеф хаҡында иҫкәртә.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе һаҡлай. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!
Фото: "Башинформ".