

Кисә Борай районының Борай ауылында йәшәгән ир өсөн мунсала йыуыныу фажиғәле тамамланған. Ул еҫ тейҙереп иҫһеҙ йығыла. Һөҙөмтәлә һөрөм газынан ағыуланыуы асыҡлана. Тейешле хеҙмәттәр килеп еткәндә, йән биргән була.
Һуңғы ваҡытта мунсала һөрөм газынан ағыуланыу осраҡтары күбәйҙе. Был хәҙер күптәрҙең мунса мейесен газға тоташтырыуына бәйле булһа, бәғзеләрҙең мейесте ҡыҙыу көйөнсә ябыуы ла аяныслы хәлгә килтерә.
Еҫ тейгән кешене тиҙ генә тышҡа алып сығырға кәрәк. Саф һауала уның аяҡтарын өҫкә күтәреп ятҡырырға кәрәк. Әгәр кеше үҙ аңында булһа, организмдағы ағыулы мәтдәләрҙе йыуҙырыу өсөн мөмкин тиклем күберәк һыу эсерергә кәңәш ителә. Кеше үҙ аңында булмаһа, ул ҡоҫҡанда тонсоҡмаһын һәм теле артҡа китмәһен өсөн дөрөҫ ятҡырыу ҙа бик мөһим. Шулай уҡ нашатыр спирты еҫкәтеп, аңына килтерергә тырышығыҙ, сикәләрен ыуыу ҙа файҙа бирәсәк.
Мунсала йыуынғандар оҙаҡлап китһә, кисекмәҫтән барып хәлен белегеҙ.
Фото: chastnyjdom.ru