

Бөгөн төнгө дүртенсе яртыла Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Иглин районының Оло Теләк ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ауылдың Ғафури урамында урынлашҡан бер ҡатлы ике фатирлыҡ 8-гә 16 метрлыҡ йорттоң яныуы асыҡлана. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар юллана.
Тиҙ арала янғынды һүндереүгә өлгәшәләр. Ут бер фатирҙың ҡыйығына зыян килтерә, икенсеһе тулыһынса тирелек янып бөтә. Ә иң ҡурҡынысы, һуңғараҡ ике ирҙең янған кәүҙәләре табыла. Улар 1960 һәм 1983 йылғы кешеләр булып сыға.
Утты һүндереүгә Оло Теләк ауыл Советының ирекле янғын һүндереүселәр командаһы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының 79-сы янғын-ҡотҡарыу часы һәм БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Урман ауылы янғын һүндереү часы йәлеп ителгән. Бөтәһе 29 кеше һәм 13 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан – 15 кеше һәм 5 берәмек техника ҡатнашҡан.
Әлеге ваҡытта янғындың сәбәптәре асыҡлана. Урында тәүтикшереүсе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.