Хәүефһеҙлек
8 Февраль 2022, 17:00

Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...

Водитель шул урында һәләк булған. Вахтасыларҙы йөрөткән “НефАЗ” автобусы иһә...

Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...
Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...

Бөгөн киске сәғәт алты тирәһендә Благовещен районында “Лада Приора” автомобиле менән “НефАЗ” ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.

Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Лада Приора” Благовещен яғынан Өфөгә ҡарай хәрәкәт иткән булған. Ул юл ситендәге кәртәгә һуғылып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм “НефАЗ”ға бәрелгән.

“Лада Приора”ның водителе алынған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк булған, шулай уҡ уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Вахтасыларҙы йөрөткән “НефАЗ” автобусының иһә алғы яғы емерелгән, ә һигеҙ пассажиры иҫән-һау.

 Шулай уҡ бөгөн көндөҙ Туймазы – Серафимовка – Түбәнге Троицк – Усман – Ташлы автомобиль юлында Туймазы районынан 45 йәшлек ҡатын идаралығындағы “Datsun on-DO” һәм 35 йәшлек ир йөрөткән “Renault Fluence” автомобилдәре бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә тәүге машиналағы 48 йәшлек пассажир дауаханаға эләгә.

Ғөмүмән, республика юлдарында шаңҡытырлыҡ авариялар көн дә тиерлек теркәлеп тора. Мәҫәлән, уҙған аҙнала ошондай 34 хәл булған, уларҙа берәүҙең ғүмере өҙөлгән, 46 кеше йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 15096 осрағын теркәгән, эскән килеш автомобиль менән идара иткән 220 водителде тотҡан.

Күреүебеҙсә, был һандар юлдарҙа тәртип урынлаштырыу өсөн инспекторҙарға әле әллә күпме көрәшергә тура киләсәге тураһында һөйләй. Һәм был эш сәфәргә сыҡҡан һәр кем тәғәйен урынына имен-һау барып етһен өсөн алып барыла. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәһәк, үҙ-үҙебеҙгә яуаплы булмаһаҡ, хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәйәсәк. Хөрмәтле водителдәр, кеше ғүмеренә еңел-елпе ҡарамаһаҡ ине.

Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.

Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...
Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...
Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...
Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...
Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...
Еңел автомобиль "НефАЗ"ға бәрелеп...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас