Хәүефһеҙлек
8 Февраль 2022, 13:00

Мөғжизә был...

Һигеҙенсе ҡаттан ун йәшлек бала ҡолаған.

Мөғжизә был...Мөғжизә был...
Мөғжизә был...

Бөгөн иртә менән баш ҡаланың Калинин районында саҡ фажиғә булмай. Ун йәшлек ҡыҙыҡай яңылыш һигеҙенсе ҡаттан ҡолаған һәм... тере ҡалған. Был хәл тураһында ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ҡыҙыҡайҙың әсәһе һөйләүе буйынса, улар тышҡа сығып йөрөп килергә әҙерләнгән. Шул саҡта балаға ҡыйын булып китә һәм ул саф һауа менән һулар өсөн балконға сыға. Ә асыҡ балкон тәҙрәһе янында торған саҡта башы әйләнеп, аҫҡа ҡарай ҡолай.

Иң ҡыуаныслыһы, шундай бейеклектән ҡолап төшкән бала иҫән ҡала. Уны тәҙрә аҫтындағы ҡар өйөмө ҡотҡара. Баланы шунда уҡ дауаханаға оҙаталар.

Һуңғараҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ҡыҙҙың хәле тураһында хәбәр итә. Уны ашығыс ярҙам машинаһында 17-се балалар дауаханаһына оҙаталар. “Баланың хәле ауыр, тотороҡло тип баһалана. Ул үҙ аңында. Уның алғы ҡорһаҡ көбө йәрәхәтләнгән. Баш мейеһе һәм умыртҡаһына КТ үткәрелгән, һынған ере юҡ. Ҡыҙыҡай хирургия бүлексәһендә ята", – тигәндәр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.

Шул тиклем бейеклектән ҡолап та баланың иҫән ҡалыуы бик ҙур шатлыҡ һәм моғайын, мөғжизәлер... Балаларҙы һаҡлайыҡ, ниндәй йәштә булһа ла күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. 

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас