Хәүефһеҙлек
9 Февраль 2022, 17:00

Өс кеше әрәм...

Өфөлә һәм Архангел районында - янғын, Саҡмағошта ҡурҡыныс авария теркәлде.

Өс кеше әрәм...Өс кеше әрәм...
Өс кеше әрәм...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 07.24 сәғәттә ведомствоға Өфө районының Чесноковка ауылында автомобиль яныуы тураһында шылтыратып әйтәләр.

Ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына килгәндә, “Лада Приора”ны ут ялмап алған була. Янғынды һүндергән саҡта автомобиль эсендә 1988 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.   

Ошо уҡ көндә ведомствоға 05.50 сәғәттә Архангел районының Алексеевка ауылында йорт яныуы тураһында хәбәр итәләр. Ваҡиға урынына Инйәр ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереүселәр командаһы, “Өфө” III төрҙәге урман янғыны станцияһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килә. 8х10 метр майҙанлыҡ йорт һәм 5х6 метр ҙурлыҡтағы бинаны ялмап алған утты һүндергәс, унда 1966 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла.  

Шулай уҡ бөгөн республика юлдары ла тыныс булманы. Саҡмағош районында Бүздәк – Саҡмағош – Дүртөйлө юлының 74-се саҡрымында “Skoda Octavia” һәм “Лада Гранта” автомобилдәре бәрелешә. Икенсеһенең водителе алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында һәләк була.

Тәртип һаҡлау органдары өс осраҡ буйынса ла тикшереүҙәр алып бара. 

“Эй, Хоҙайым, аңһыҙ үлемдәрҙән арала!” тип ололарҙың теләгәнен йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, күпме ғүмер һаҡһыҙлыҡтан өҙөлә. Әлбиттә, көтөлмәгән хәлдәрҙән бер кем дә азат түгел, әммә күп осраҡта фажиғәнең сәбәпсеһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше үҙе. Юлда ҡабаланыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәү, ут менән һаҡсыл эш итмәү, бер-береңә битарафлыҡ күрһәтеү яҡшы тамамланмай шул.   

Фото: @mchsrb.

Өс кеше әрәм...
Өс кеше әрәм...
Өс кеше әрәм...
Өс кеше әрәм...
Өс кеше әрәм...
Өс кеше әрәм...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас