

Бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл – Ҡабаҡ – Һыуыҡшишмә автомобиль юлының 28-се саҡрымында автобус ҡатнашлығында авария теркәлгән.
Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 22 йәшлек ҡатын йөрөткән “ВАЗ-2114” менән “ПАЗ” мәктәп автобусы бәрелешкән. Автобус рулендә - 47 йәшлек ир. Бәхеткә күрә, уның пассажирҙары булмаған.
Ә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Ҡариҙел районы биләмәһендәге, Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлының 89 саҡрымындағы юл-транспорт ваҡиғаһы фажиғәле тамамланған. Унда “Nissan Bluebird” һәм “Лада Приора” автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә икенсеһенең водителе ваҡиға урынында йән бирә. Шулай уҡ уның пассажирына һәм “Nissan Bluebird” автомобиле водителенә медицина ярҙамы талап ителә.
Көндөҙгө 15.00 сәғәттә Иглин районында М-5 “Урал” автомобиль юлының 1507-се километрында “Mitsubishi Pajero” һәм "DAF" йөк автомобиле бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә тәүгеһенең водителе ваҡиға урынында һәләк булған, шулай уҡ уның ике пассажирына медицина ярҙамы талап ителгән.
Ваҡиға урынында юл инспекторҙары һәм башҡа ҡотҡарыу хеҙмәттәре эшләй, фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Был участкала хәрәкәт ауырлашҡан, шуға ла Иглин ауылы аша урап үтеү ойошторолған.
Күреүебеҙсә, бер көндә ике-өс сәғәт арауығында юлда тағы ла ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Ике ғаиләгә һәм туғандарына ҡайтарғыһыҙ юғалтыу, ҡара ҡайғы килде... Тимерҙе һатып алып була, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешене ҡайтарыу мөмкин түгел - ғүмерҙең ҡәҙерен белһәк ине.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала һауа торошо боҙолоп тора. Бындай көндәрҙә транспорт сараһы менән идара иткәндә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Арауыҡты һәм тиҙлекте күҙәтегеҙ, йәйәүлеләр үткәүелдәрендә уяулыҡты юғалтмағыҙ. Етеҙ хәрәкәттәр яһау һәм икенсе һыҙатҡа күсеү тыйыла, алда барған автомобилгә яҡын бармағыҙ. Хәүефһеҙлек ҡайыштарын мотлаҡ тағырға кәрәк.
Республикала юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү, фажиғәле хәлдәргә юл ҡуймау, хәрәкәт ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған, эскән килеш рулгә ултырған водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре йома һәм ял көндәрендә көсәйтелгән режимда эшләй, ауылдарға рейдтарға сыға. Инспекторҙарҙың эшен аңлап ҡабул итегеҙ. Юлдарҙа осраҡлы хәлдәр булмай, уларҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водителдәр үҙҙәре тыуҙыра.
Юлдарығыҙ имен булһын, тәғәйен урынға иҫән-һау барып етегеҙ!
Фотолар: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәте.