

32 йәшлек Арыҫлан Талиповтың Сургутта ғәйеп булыуы тураһында туғандары саң ҡаға. Һөйләүҙәренсә, ул иптәше менән талашҡандан һуң юҡҡа сыҡҡан. Һуңғы тапҡыр вахтасыны 2021 йылдың 29 ноябрендә күргәндәр. Бына шул көндән алып унан бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.
- Арыҫлан Ҡазанда теркәлһә лә, Башҡортостандағы туғандарында йәшәй. Июлдә ул бер танышы менән Сургутҡа эшкә тип сығып киткәйне. 29 ноябрҙә улар нимә өсөндөр талашҡан, һәм Арыҫлан йыйынып йәшәгән ерҙәренән сығып киткән. Шунан аҙаҡ уны берәү ҙә күрмәй. Әлеге танышы әйтеүенсә, ике аҙнанан һуң унан сәйер генә смс-хәбәр килгән, әммә үҙе йөкмәткеһе тураһында аныҡлап бер ни әйтә алмай. Беҙ полицияға ла, эҙәрмәндәр отрядтарына ла мөрәжәғәт иттек. Арыҫлан менән бергә эшләүселәрҙән һораштырғыланыҡ, Сургутты арҡыры-буйға тигәндәй эҙләп сыҡтыҡ - тик бер файҙаһыҙ. Беҙ бик ныҡ ҡайғырабыҙ, сөнки элек бындай хәлдең булғаны юҡ - улай әйтмәйенсә ҡайҙалыр олағып йөрөмәне. Үҙем көйөп хатта дауаханаға эләктем. Нимә уйларға ла белмәйем, - тип хәбәр иткән егеттең апаһы Юлия.
Оҙаҡ ваҡыт бер хәбәре лә, эҙе лә булмағас, ниндәйҙер насар хәлгә тарығандыр, мәҫәлән, йәшертен ҡоллоҡҡа көсләп алып китеп, бушҡа эшләтәләрҙер, тип фараз итә ҡайғыға ҡалған туғандары.
Егеттең билдәләре: буйы 175 см, кәүҙәһе уртаса, ҡара-һор сәсле, һоро күҙле.
Бармаҡтарында - 198 тип яҙылған татуировка, 9 һаны йондоҙ рәүешендә.
Кеше энә түгел. Ҡайҙалыр ниндәйҙер эҙе барыбер ҡалырға тейеш. Әгәр ҙә кемгәлер ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт билдәле икән, зинһар, полицияға йә эҙәрмәндәргә (88007005452), йә туғаны Юлияға (89022681989) шылтыратығыҙ.
Фото:социаль селтәрҙән.