Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2022, 13:00

Өфөлә ер убылған...

Был шунда уҡ хәл итеүҙе талап иткән сигнал.

Өфөлә ер убылған...Өфөлә ер убылған...
Өфөлә ер убылған...

Өфөлә Интернациональ урамындағы 187/1-се йорт янында ер убылған. Газ еҫе старалған...

12 февралдә Өфөлә йәшәгән Дарья Котельникованан Радий Хәбировтың интернеттаға шәхси сәхифәһенә ошондай хәбәр килгән. Был шунда уҡ хәл итеүҙе талап иткән сигнал.

Мәғлүмәт Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәтенә еткерелә. Ваҡиға урынына район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, район буйынса Граждандар һаҡлау идаралығы етәксеһе, 30-сы торлаҡ-эксплуатациялау идаралығы  директоры һәм газ хеҙмәте вәкилдәре шунда уҡ бара.   

 

Ерҙең ултырыу сәбәбе асыҡланғас, урын кире тәртипкә килтерәләсәк. Һауа шарттары тейешенсә булғас, асфальт түшәм дә тергеҙеләсәк, тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән. Әлә йортта йәшәүселәрҙең газы ла, башҡа уңайлыҡтары ла бар.

Өфө ҡалаһының Калинин районы хакимиәте һәм Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге был мәсьәләне күҙәтеү аҫтында тота.

Оператив сара күргән хеҙмәттәштәргә рәхмәт һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында “112” берҙәм телефонына шылтыратырға кәрәк, тип иҫкәртә Республикаға идара итеү үҙәге. Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте сигналды ҡабул итә һәм тейешле хеҙмәткә йүнәлтә – янғын һүндереүселәргә, ашығыс медицина ярҙамына, ҡотҡарыусыларға, полицияға.

 

Республикаға идара итеү үҙәге һуңғы тәүлектә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһына 89 мәғлүмәтте иғтибар үҙәгенә алды.  

Фото: Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәгенән.

#ЦУРБашкортостан

Өфөлә ер убылған...
Өфөлә ер убылған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас