Хәүефһеҙлек
13 Февраль 2022, 15:30

Икенсе балаларын да юғалтҡандар...

Ғаилә был тиклем ҡайғыны нисек кисерер?

Икенсе балаларын да юғалтҡандар...Икенсе балаларын да юғалтҡандар...
Икенсе балаларын да юғалтҡандар...

Аварияларҙа өҙөлгән йәш ғүмерҙәр һәр ваҡыт аяныслы тойғолар ҡалдыра. Пландар менән янып, ниндәй ҙә булһа эш башҡарып йөрөгән кеше, көтмәгәндә, яңылышлыҡмы, ҡабаланыумы арҡаһында аварияға эләгә һәм вафат була...

Ошондай көтөлмәгән аварияларҙың береһе тураһында яңы ғына хәбәр иткәйнек. Ул ошо көндәрҙә Бөрө – Тастүбә – Сатҡы юлының 17-се километрында була. Юлда еңел автомобиль менән “Ман” йөк машинаһы бәрелешә. Аварияла ҡатын-ҡыҙ һәләк була. Һуңғараҡ уның 32 йәшлек Ләйсән Г. булыуы асыҡлана. Ул Ҡариҙел районының Мерәсем ауылында йәшәгән. Авария көнөндә ул Өфөнән ҡайтып килгән булған. Был турала “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итә.

– Авария Мишкә районында булды. Юлда бөтә нәмә туҙып ята ине. Урман ташыусы машина юлдан осҡан, Ҡариҙелдән йәш ҡатын һәләк булған, – тип яҙҙы был турала ваҡиғаны күргән шаһит.

Иң аяныслыһы – тороп ҡалғандарға. Баҡһаң, Ләйсәндең ата-әсәһе күптән түгел генә беренсе балаһын юғалтҡан. Ә хәҙер был ҡыҙҙары ла һәләк булғас, бер кеме лә ҡалмаған... Ата-әсәһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Ләйсәнде бөгөн тыуған яғында ерләгәндәр. 

– Йәш, сибәр, һәйбәт кеше ине. Тормоштоң ғәҙелһеҙлеге. Ауыр тупрағың еңел булһын, Ләйсән. Беҙ һине яратабыҙ, күңелебеҙҙә мәңгегә ҡалырһың, – тип яҙа уның дуҫтары.

Фото: "КП-Өфө". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас